Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2019, 17:22

Үҙәк банк төп ставканы 6,25 процентҡа тиклем түбәнәйтте

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 13 декабрҙә Үҙәк банк төп ставканы тағы ла 6,25 процентҡа тиклем түбәнәйтте — йыл башынан бишенсе тапҡыр. Сәбәбе — инфляцияның әкренәйеүе, 2020 йылда ул яҡынса 3,5-4 процент тәшкил итәсәк һәм артабан 4 процент тирәһендә ҡаласаҡ, тиелә көйләүсенең белдереүендә.
Үҙәк банктың ставкаһы түбәнәйгәндән һуң Рәсәй банктарының депозит һәм кредит ставкаларын түбәнәйтеүен көтөргә кәрәк. Ипотеканың уртаса ставкаһы 8 процентҡа яҡынлашыу ихтималлығы ҙур, тип иҫәпләй белгестәр.
Читайте нас: