Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2019, 16:31

Башҡортостанға һөҙөмтәле эшләгән чиновниктарҙы дәртләндереү өсөн 99 миллион һум бүленә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанға субъекттарҙың башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн федераль ҡаҙнанан 99 миллион һум бюджет-ара трансферт бүленә, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.
Аҡса эштәре субъекттың һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә: иҡтисади блокка, социаль блокка һәм эске сәйәсәт блогы күрһәткестәренә өлгәшергә ярҙам иткән ҡала һәм район хакимиәттәрен дәртләндереүгә йүнәлтелә.
Биш миллиард һум аҡса төбәк башҡарма власть органдарының һөҙөмтәлелек рейтингында 1-71 урынды алған төбәктәр араһында бүленгән. Ҡырым Республикаһы, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы һәм Мәскәү иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Бюджет-ара трансферттарҙың минималь күләме 2019 йылда юғары вазифалы кеше һайланып ҡуйылған йәки тәғәйенләнгән Федерация субъекттары өсөн 20 миллион һум тәшкил итә. Ҡалған субъекттар өсөн ул – 40 миллион һум. Трансферттың дөйөм күләме махсус формулалар буйынса билдәләнә.
Читайте нас: