11:29 (UTC+5), 11 Декабря 2019

Өфө — Белорет — Магнитогорск юлы федераль милеккә күсеүе мөмкин

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика ҡарамағында булған Өфө — Белорет — Магнитогорск юлы федераль милеккә күсеүе мөмкин. Был хаҡта «Коммерсантъ-Башкортостан» Урал буйы юл идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтовҡа һылтанма менән хәбәр итә.
Уның һүҙҙәренсә, Федераль юл агентлығында күсереүҙе раҫлағандар, ләкин документтарҙы рәсмиләштереүгә бер нисә йыл кәрәк булыуы ихтимал – яҡынса 2025 йылға тиклем.
Трассаның оҙонлоғо 350 саҡрым тәшкил итә. Әлеге ваҡытта Өфө — аэропорт юлының 9 саҡрымын Федераль юл агентлығына тапшырыу рәсмиләштерелә. Орск – Ырымбур юлы ла Рәсәй Федерацияһы милкенә тапшырыла.
Әле Башҡортостанда федераль юл селтәре 785 саҡрым иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика