10:04 (UTC+5), 11 Декабря 2019

Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда һүтелергә тейешле торлаҡтың 98% яңы йорттар төҙөү өсөн килешеүҙәр менән тәьмин ителгән, тип хәбәр иттеләр Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының төбәктәр менән селектор кәңәшмәһе йомғаҡтары буйынса. 2019-2024 йылдарға йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу буйынса федераль проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Илдә Башҡортостандан тыш, Мәскәү өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайы ғына ошондай һөҙөмтәләргә эйә, тип билдәләнеләр ведомствола. Ошо өс төбәктә бынан алдағы йылдарҙың халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү программалары тамамланыуға бара.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, республикала беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу барышында (2019-2020 йылдар) 666 кеше йәшәгән 8377 квадрат метрлыҡ 206 бинаны күсереү күҙаллана.
Программаның тәүге этабында Өфө, Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондары ҡатнаша. Барлыҡ муниципалитетарҙа 8229 квадрат метрлыҡ майҙандан 656 кешене күсереү өсөн 203 бина һатып алыуға дөйөм суммаһы яҡынса 314,66 миллион һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлгән. Шуның 275 миллион һумы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды, 5,61 миллионы – республика бюджеты аҡсаһы.
Иҫке фондтан күсерелгән һәр кемгә уртаса 12,5 квадрат метр тура килә. Бер кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 479,66 мең бүленә.
Авариялы фондты күсереү «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» федераль проекты, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм Башҡортостан Республикаһының 2019-2024 йылдарға адресы программалары сиктәрендә бойомға ашырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика