06:01 (UTC+5), 11 Декабря 2019

Башҡортостан һөнәрселәре Мәскәүҙә «Ладья. Ҡышҡы әкиәт» күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша

Башҡортостан Республикаһының Һөнәрселек палатаһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың һөнәрселек палатаһы Өфөлә «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһендә ҡатнашҡан ижади коллективтарға рәхмәт белдерҙе. Өфөнөң керамистар клубынан ун оҫтанан торған татыу коллектив ошондай ҙур күргәҙмәлә тәүге тапҡыр ҡатнашты. Билдәле скульптор Ләлә Ғәлиеваның фарфор биҙәүестәре лайыҡлы баһаланды, һыуытҡысҡа ҡуйырға магниттар эшләгән профессиональ рәссам Ренат Юнысов «Йыл һөнәрсеһе» конкурсында «Автор сувенирҙарының иң яҡшы дизайнеры» тип танылды.
Палата балалар ижады йорттары, профилле уҡыу йорттары уҡытыусыларына балаларҙы тыуған төйәктең мәҙәниәтенә ылыҡтырыуҙа, биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә һәм һөнәрселек өлкәһендә яңы ижади оҫталыҡҡа өйрәтеүҙә булышлыҡ иткәне өсөн айырым рәхмәт белдерҙе.
Һөнәрселек палатаһында билдәләүҙәренсә, «Йәш һөнәрсе» конкурсы яңы исемдәр асты, улар иҫәбендә – Бөрөнән Дмитрий Макеров, Өфө районынан Софья Русинова һәм Анастасия Захарова, Өфөнән Егор Шематонов һәм Ирина Сәйфетдинова.
Еңеүселәр араһынан өлкәндәр ошо көндәрҙә Мәскәүгә юллана, унда «Экспоүҙәк» күргәҙмә комплексында XXVII «Ладья. Ҡышҡы-2019» халыҡ художество кәсептәренең күргәҙмә-йәрминкәһе була. Һуңғы бер нисә йылдағы иң яҡшы эштәр һайлап алынған. Сәфәрҙең координаторҙары – Башҡортостан Республикаһының Һөнәрселек палатаһы һәм Халыҡ художество кәсептәре үҙәге.
Тиҙҙән теләгән һәр кемде хенд-мейдав темаһына ылыҡтырыу буйынса сираттағы проект: оҫталыҡ дәрестәренә яҙылыу һәм «Хыялға юл» проекты сиктәрендә оҙайлы курстар башлана. Был хаҡта уҡытыуға сираттағы грант отҡан Башҡортостандың Һөнәрселек палатаһы «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе барған көндәрҙә иғлан итте.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика