Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Декабрь 2019, 12:40

Республика Хөкүмәте яңы йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылдың өсөнсө кварталына халыҡтың йән башына 9567 һум күләмендә йәшәү минимумы дәүмәлен билдәләне.
«Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәге күләмдәрҙә билдәләнгән: 10 186 һум — эшкә һәләтле халыҡ өсөн, 7801 һум — пенсионерҙар өсөн һәм 9548 һум — балалар өсөн», – тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын билдәләнә.
Йәшәү минимумы — ҡулланыусылар кәрзине хаҡы. Ул кеше һаулығын һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк булған аҙыҡ-түлек, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең минималь йыйылмаһын күҙ уңында тота. Айлыҡ түләүҙәр һәм йыйымдар ҙа йәшәү минимумына инә.
Читайте нас