06:01 (UTC+5), 10 Декабря 2019

Башҡортостанда федераль юлдарҙа камералар эшләй башланы: өс көндә 2 мең «бәхет» хаты

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 декабрҙән Башҡортостандың федераль трассаларында 59 фотовидеотеркәү камераһы эшләй башланы, өс көндә 2078 материалды эшкәртеүгә ебәрҙек, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Баланс тәьмин итеүсенең билдәһеҙ булыуы сәбәпле сентябрь уртаһынан уларҙы өҙгәйнеләр. Уҙған йомала «Урал буйы» юл идаралығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы араһында юл камераларын файҙаланыу буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Килешеүгә ярашлы, юл идаралығы — техник хеҙмәтләндереү, метрологик оҙатыу һәм комплекстарҙың бәйләнеш каналдары өсөн түләү, Эске эштәр министрлығы — административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҡарарҙар сығарыу, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты фотоматериалдарҙы эшкәртеү һәм һәм ҡарарҙарҙы почта аша ебәреү өсөн яуаплы.
Республикала бөтәһе 305 камера эшләй. Йыл аҙағына уларҙың һаны 540 берәмеккә етә. Киләһе йылда улар меңдән ашыу була. Юл хәрәкәтен боҙоусыларҙың штрафы Башҡортостандың Юл фондына килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика