07:52 (UTC+5), 09 Декабрь 2019

Өфөлә шыршы баҙарҙары: ысын шыршыны ҡайҙан һатып алырға

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә шыршы баҙарҙары өсөн 100-ҙән ашыу майҙансыҡ әҙерләгәндәр. Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, өфөләрҙең урман ҡупшыҡайын «Алтын», «Юрматы», «Кувыкин», «Заречный», «Гагарин», «Корсо» сауҙа комплекстары янында, шулай уҡ Менделеев, Мөбәрәков, Эшсе хәбәрселәр, Степан Кувыкин, Гагарин, Рыльский, Королёв, Рихард Зорге, Пушкин, Ленин, Ибраһимов, Комсомол урамдары, Октябрь проспекты буйындағы майҙансыҡтарҙа һатып алыу мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ ылыҫлы ағастарҙы төрлө сауҙа-күңел асыу үҙәктәре янында, ауыл хужалығы һәм фермер йәрминкәләрендә һатып алырға була.
«Белгестәр шыршы һатып алғанда уның ботаҡтарын бөгөп ҡарарға тәҡдим итә. Әгәр ул еңел бөгөлә һәм шытырлай икән, тимәк, ағас ҡоро һәм тиҙ ҡойола тигән һүҙ. Һәйбәт шыршының ботаҡтары һығылмалы, һындырыуы ла ауыр. «Сәләмәт» шыршының энәләре сағыу йәшел төҫтә һәм олоно ҡалын булырға тейеш. Шыршының энәләрен усҡа һалып ышҡығанда, шунда уҡ ылыҫ еҫе һиҙелә. Өйгә алып ҡайҡан саҡта энәләре ныҡ ҡойолмаһын өсөн урман һылыуҡайын еп менән бәйләгеҙ», — тип кәңәш бирҙе белгестәр.
Шыршы баҙарҙарының тулы исемлеге бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика