09:32 (UTC+5), 09 Декабря 2019

1 ғинуарҙан Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1677 һумға тиклем арта. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 9 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
«Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларында баланы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн айына ата-әсә түләүенең уртаса күләмен билдәләргә», — тиелә документта.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бер йыл элек 2019 йылға мәктәпкәсә учреждениеларҙа баланы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1617 һум тип билдәләнгәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика