10:45 (UTC+5), 05 Декабря 2019

Республиканан Ҡытайға 4 мең тонна көнбайыш майы оҙаттылар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Күмертауҙың «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Ҡытай Халыҡ Республикаһына 4 мең тонна көнбағыш майы оҙатты. Хаҡы – 20 миллион юань. Әйткәндәй, тәүге һынау партияһы июлдә үк ебәрелгәйне. Хәҙер Башҡортостан майына булған ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта, предприятиела Ҡытайға май продукцияһы экспорты күләмен арттырырға иҫәп тоталар.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда Башҡортостан биләмәһенән дөйөм суммаһы 2,6 миллиард һумлыҡ 103 000 тоннанан ашыу май продукцияһы (көнбайыш, рапс майы һәм шрот) оҙатылған. Экспортерҙар — Шишмә май экстракцияһы заводы һәм «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Улар «Сигма» компаниялар төркөмөнә ҡарай. 2019 йылда, Ҡытайҙан тыш, тәьмин ителгән илдәр исемлегендә Балтик буйы илдәре, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия ла бар. .
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика