10:22 (UTC+5), 04 Декабря 2019

Республика Хөкүмәте Ирәмәл тауында ҡаргиҙәрҙә йөрөү хаҡын билдәләне

russiantourism.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Ирәмәл» тәбиғәт паркында бер туристик маршрут буйынса бер ҡаргиҙәрҙә йөрөү хаҡы 350 һум тип билдәләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивален ойоштороусыларҙың береһе, ғаилә лагерҙарын ойоштороусы, Башҡортостан һәм Урал төбәктәре буйлап үҙаллы сәйәхәт итеү блогы авторы Рина Гринберг үҙенең сәхифәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
2018 йылдың мартында Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы, тәбиғәткә зыян килтерә тип, «Ирәмәл» паркы биләмәһендә ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйҙы. Был ҡарар йәмәғәтселектә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Туризм буйынса белгестәр һәм урындағы халыҡ туристар ағымының кәмеүе ихтимал тигән фекер белдерҙе, сөнки мөмкинлектәре сикләнгәндәр генә түгел, өлкәндәр, саңғыла йөрөй белмәгән тәжрибәһеҙ туристар ҙа тауға ҡаргиҙәргә күтәрелә ине. Тәртипһеҙ рәүештә йөрөү генә зыян килтереүе мөмкин, билдәләнгән маршрут буйынса хәрәкәт итеү парк өсөн дә, туристар өсөн дә хәүефһеҙ, тип иҫәпләй экологтар.
Декабрҙә Учалы районының Байһаҡал ауылы, халҡы хәлде асыҡлауҙы һәм уларға туристарҙы ҡаргиҙәргә йөрөтөргә рөхсәт биреүҙе һорап, Радий Хәбировҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. 2019 йылдың башында ғалим-биологтар тауға артылыу өсөн альтернатив маршруттар төҙөнө. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы тәбиғәт паркы документтарына үҙгәрештәр әҙерләне, хөкүмәт уларҙы раҫланы. Туристарға Дирекция килешеүҙәре буйынса һәм дәүләт инспекторҙары контроле аҫтында ғына ҡаргиҙәргә йөрөү рөхсәт ителә.
Силәбе өлкәһенең «Йөрәккүл» милли паркы буйлап ҡаргиҙәргә йөрөү ҙә түләүле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика