09:41 (UTC+5), 04 Декабря 2019

Ҡалтасы районында йәшәүселәр Радий Хәбировтан бассейн төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтулин/. Ҡалтасы районының «Доверие плюс» компанияһы 2018 йылдан алып муниципалитет мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Бында икмәк бешереү, кондитер, ит ярымфабрикаттары әҙерләү һәм кулинария цехтары бар. Производствола бөтәһе 110-дан ашыу кеше эшләй, башлыса – ҡатын-ҡыҙҙар. Компанияның генераль директоры Дамир Низамутдинов республика етәксеһе Радий Хәбировҡа барлыҡ цехтарҙың төрлө һәм сифатлы аҙыҡ-түлек етештерергә мөмкинлек биргән яңы заманса ҡорамал менән йыһазландырылыуы тураһында һөйләне. Хеҙмәткәрҙәр өсөн һәйбәт эшләү өсөн бөтә шарттар бар.
Радий Хәбировты тәү сиратта компанияның уҡыусыларҙың туҡланыуын нисек ойоштороуы, мәктәптәр һәм ата-әсәләр яғынан шелтә юҡмы икәне ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыров әйтеүенсә, хәҙер уҡыусылар ике тапҡыр туҡлана, мәктәптә ашай башлаған уҡыусылар артҡан.
Башҡортостан башлығы предприятие эргәһендә урындағы халыҡ менән аралашты. Һүҙ эш урындары, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, ФАП-тар төҙөү хаҡында барҙы. Краснохолмский ауылында йәшәүселәр Радий Хәбировтан бассейн төҙөү мәсьәләһендә ярҙам күрһәтеүен һораны. Башҡортостан башлығы республикала 16 районда бассейндар төҙөү буйынса программа ҡабул ителеүе, Ҡалтасы районы улар иҫәбендә булыуы хаҡында һөйләне. Ауыл халҡы республика властарының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарарын хупланы, Өфөнән артистар һәм ижади коллективтар концерт менән йышыраҡ килһен тигән теләктәрен еткерҙе. Радий Хәбиров, мәҙәниәт министрына ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушырмын, тип әйтте.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика