06:07 (UTC+5), 03 Декабря 2019

Республиканың туғыҙ ҡалаһында иллюминацияға 115 миллион һум тотонола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың туғыҙ ҡалаһында иллюминацияға, дөйөм алғанда, 115 миллион һум тотонола.
«Башҡортостан Республикаһының хужалыҡ идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Күмертауҙа, Сибайҙа һәм Ағиҙелдә Яңы йыл иллюминацияһы ҡуйыу өсөн контракт төҙөнө. Был хаҡта «Коммерсант» дәүләт һатып алыуҙары порталы мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр итә.
Контракт 25 ноябрҙә «Клирлайт рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлгән һәм ул 21 көндә үтәлергә тейеш. Килешеү тураһында мәғлүмәт 29 ноябрҙә дәүләт һатып алыуҙары порталында баҫылған.
Подрядсыға 99 йыйылма яҡтылыҡ декоратив конструкция әҙерләргә, уларҙы ҡуйырға һәм ҡала селтәрҙәренә тоташтырырға кәрәк.
Тендер шарттары буйынса, Өфөлә һигеҙ яҡтылыҡ конструкцияһы (шул иҫәптән 32 метрлыҡ яһалма шыршы, арка, консоль, боҙбармаҡ, ҡар бөртөгө һәм фонарь), башҡа ҡалаларҙа бер конструкция булырға тейеш.
Техник эш сметаһына ярашлы, иң ҡиммәтле конструкция – Өфө өсөн яһалма шыршы (хаҡы — 20,8 миллион һум), иң арзаны - «боҙбармаҡ» (хаҡы – 16,3 мең һум).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика