Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.75
0
93.63
0
68.5
+0.77
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2019, 12:32

Эстетика йылында республика ҡасабаларында тротуарҙар, газондар, яҡтыртыу бағаналары барлыҡҡа килә

Бәйләнештә
Бәйләнештә
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда властар Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителгән 2020 йылда тормошҡа ашырылырға тейешле маҡсаттар исемлеген төҙөнө. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев дүрт төп йүнәлеште иғлан итте: газондар яһау, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлау, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөн берҙәм стандартҡа килтереү. Министрлыҡта проектты бойомға ашырыу план-графигы әҙерләнә.
«Министрлыҡтың бурысы – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә муниципалитет башлыҡтарына эш параметрҙарын билдәләү , — тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. — Эш биләмәне капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Беҙгә халыҡтың инициативаһын уятырға кәрәк. Ошо ҙур эштә улар үҙҙәре ҡатнашырға тейеш».
Читайте нас: