05:46 (UTC+5), 03 Декабря 2019

Башҡортостанда федераль трассаларҙа фотовидеотеркәү камералары йәнә эшләй башлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ағымдағы аҙнала федераль трассаларҙа урынлашҡан фотовидеотеркәү камералары йәнә эшләй башлай, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендәге «Транспорт сәғәте»ндә. Ведомство-ара килешмәүсәнлек арҡаһында сентябрь уртаһында уларҙы өҙгәйнеләр. «Урал буйы» юл идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов һүҙҙәренсә, федераль үҙәк комплекстарҙы тәьмин итеү өсөн кем яуап бирәсәген хәл итте. Был бурысты төбәктәргә тапшырыу варианты ҡаралды, ахырҙа камераларҙы Росавтодор балансына билдәләнеләр. Юридик һәм бюрократик мәсьәләләр был аҙнала тамамланырға тейеш.
Республикала федераль юлдарҙа 1 июлгә 59 камера ҡуйылды. Дөйөм алғанда, йыл аҙағына тиклем фотовидеотеркәү комплекстары һанын 289-ҙан 540-ҡа тиклем арттырыу күҙаллана. Камералар республика бюджеты (62), «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты (20) аҡсаһына, сервис контракты буйынса (150) һатып алына. 2020 йылда тағы 459 камера һатып алына. Шуның менән бергә штраф йыйымы (аҡса республика ҡаҙнаһына йүнәлтелә) бер нисек тә пропорциональ артмай. Республика автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 2018 йылға ҡарағанда 100 меңгә генә күберәк протокол төҙөлгән, 462 миллион һум штраф түләтелгән. Водителдәрҙең 94% штрафты 50 процент дисконт менән түләү мөмкинлеген файҙалана. Бынан тыш, водителдәр камераларҙың ҡайҙа урынлашҡанын белә, был уларға күҙәтеү алып барылған участкаларҙа үҙҙәрен дөрөҫ тоторға ярҙам итә.
Уның ҡарауы, авариялар, ҡорбандар һәм йәрәхәтләнеүселәр һанын кәметеүҙә ыңғай динамика бар. Әйтәйек, 10 айҙа юл фажиғәләрендә һәләк булғандар 82 кешегә, йәки 18,2% кәмегән (2018 йылдың ғинуар-октябрендәге 450 урынына 368), йәрәхәтләнеүселәр 265-кә йәки 6% тиерлек аҙыраҡ (4577 урынына 4312). Юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны 6,3% кәмегән, йәғни 229 осраҡҡа аҙыраҡ (3638 урынына 3409).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика