16:06 (UTC+5), 02 Декабря 2019

Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 декабрҙән Өфө менән Ҡазан араһында тура тимер юл бәйләнеше тергеҙелә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Өфөнән пассажирҙар таҡ көндәрҙә Ульяновскиға тиклем 347Й «Өфө – Санкт-Петербург» поезының «Өфө – Ҡазан» вагондарына ултырып китә ала. Артабан маршрут 125Й «Һамар – Ҡазан» поезы составында дауам итә. Өфөнән көндөҙгө сәғәт 12 тула 3 минутта ҡуҙғала, Ҡазанға таңғы 7-се 20 минутҡа барып етә. Юлға 20 сәғәт 23 минут ваҡыт китә.
Ҡазандан Өфөгә күсеп ултырмай торған вагондарҙа 125Г «Ҡазан – Һамар» һәм 392У «Мәскәү – Силәбе» поездары менән йоп көндәрҙә ҡайтырға мөмкин. Ҡазандан Мәскәү ваҡыты буйынса киске 10-сы 20 минутта юлға сыға, Өфөгә киске 9-сы 29 минутҡа ҡайтып етә. Юлға 21 сәғәт кәрәк.
Ҡазандан Өфөгә билет хаҡы: купе - 1990 һум, плацкарт -1107 һум. Өфөнән Ҡазанға: купе - 1810 һум, плацкарт - 1107 һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика