10:57 (UTC+5), 27 Ноября 2019

Башҡортостанда фермерҙың теплица хужалығында баклажан, борос үҫтерергә ниәтләйҙәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. «Бүздәк» теплица хужалығы үҙенең продукцияһы менән тотош Рәсәйгә билдәле, теплицала үҫтерелгән ҡыяр хатта Красноярск крайында һатыла. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе урынбаҫары Шафоат Хәбибрахманова республика башлығы Радий Хәбировҡа төҙөлөштөң 2011 йылда башланыуы һәм бер нисә этапта үтеүе тураһында һөйләне. Комплекстың дөйөм етештереү майҙаны — 9 гектар. Инвестициялар күләме — 1,5 миллиард һум, шуның 1 миллиарды – кредит аҡсаһы.
Теплица комплексында ҡыяр голланд методикаһы буйынса үҫтерелә. Был тәүлек әйләнәһенә продукция алырға мөмкинлек бирә. Ҡыярҙың уңышы — 1 квадрат метрҙан 100-120 килограмм. Комбинатта яҡынса 150 кеше эшләй, улар айына уртаса 20-25 мең һум ала.
Шафоат Хәбибрахманова һүҙҙәренсә, киләсәктә ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү өсөн майҙанды 12 гектарға тиклем арттырыу, ә йәшелсәнең уңышын йылына 14 мең тоннаға еткереү күҙ уңында тотола. Томат, болгар боросо, баклажан үҫтерергә лә ниәтләйҙәр. Башҡортостан етәксеһе агробизнесты алып барыуға заманса, системалы ҡарашты юғары баһаланы һәм республиканың ошондай предприятиеларға ярҙам күрһәтәсәген билдәләне. Радий Хәбиров теплица комплексын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн хужалыҡ етәкселәрен «Инвестиция сәғәт»енә саҡырҙы.
Әйткәндәй, фермер хужалығы етәкселәре Шафоат һәм Фәүил Хәбибрахмановтар биш бала тәрбиәләй, бер ҡыҙҙы тәрбиәгә алғандар. Үҙҙәренең тағы өс ҡыҙы һәм 15 йәшлек улдары бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика