06:39 (UTC+5), 27 Ноября 2019

Бүздәк районында Башҡортостан ит компанияһының селекция-генетика үҙәге эшләй башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Быйыл Бүздәк районында Башҡортостан ит компанияһының сусҡасылыҡ буйынса селекция-генетика үҙәге эшләй башланы. 2017 йылда башланған проектҡа инвестициялар 3,3 миллиард һум тәшкил итте. Ағымдағы йылдың май айында «Инвестиция сәғәте» ултырышында «Таврос» компаниялар төркөмөнә ингән Башҡортостан ит компанияһына ике селекция-генетика үҙәгенең инженер инфраструктураһы һәм капиталь төҙөлөш объекттары буйынса сығымдарҙың 90% ҡаплау рәүешендәге дәүләт ярҙамы хупланды. Предприятиеның иҫәпләүҙәре буйынса, был сумма 135 миллион һум тәшкил итеүе мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бүздәк районы буйлап эш сәфәре барышында комплекстың эше менән танышты. Башҡортостан ит компанияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Ринат Зәйнуллин ике ҙур комплекстың 166 гектар майҙанда урынлашыуы тураһында һөйләне. Бында әле дат тоҡомло 5400 баш инә сусҡа аҫрала, үҙәк Европала иң ҙуры булып тора. Республика етәксеһенә мониторҙан уларҙы ниндәй шарттарҙа тотоуҙарын күрһәттеләр. Бында өс төрлө тоҡомло сусҡаларҙы ҡушалар, һуңынан улар Рәсәйҙең тауар фермаларына оҙатыла һәм экспортҡа сығарыла. Бында йылына 20 мең самаһы сусҡа үҫтереү күҙаллана, ә беренсе ҙур партия Тамбов өлкәһенә ебәрелә.
Компанияның Шишмә һәм Благовар райондарында өс сусҡа комплексы бар. «Таврос» компаниялар төркөмө төбәктә сусҡалар һанын 1 миллионға еткерергә ниәтләй. Радий Хәбиров компанияның пландары менән ҡыҙыҡһынды. Ринат Зәйнуллин һүҙҙәренсә, әле Бәләбәй районында ит эшкәртеү комплексын проектлау эштәре бара, продукцияны экспортҡа һатыу буйынса пландар ҙур. Тағы бер мөһим йүнәлеш – халыҡ йыш зарланған еҫте һәм экологияға тәьҫирҙе кәметеү. Хәҙер шыйыҡ ҡалдыҡтарҙы газға һәм ашламаға эшкәртергә мөмкинлек биргән махсус ҡорамал һатып алып ҡуйыу мәсьәләһе өйрәнелә. Тимәк, тирә-яҡ мөхиткә һәм һауаға бер ниндәй ҙә зыян килтермәҫкә тейеш.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика