09:29 (UTC+5), 25 Ноября 2019

2020 йылдың 20 ғинуарында Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш-монтаж эштәре 2020 йылдың 20 ғинуарында башлана, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов. Ошо көндәрҙә республика, ВТБ банкы һәм «Башҡортостан концессия компания»һы финанслау структураһы үҙгәртелгән проектты ғәмәлгә ашырыу тураһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Проекттың дөйөм хаҡы – 33,5 миллиард һум. Шуның 24,45 миллиард һумы – капиталь грант, 19,99 миллиарды — федераль бюджет, 9,1 миллиарды —концессионер, 4,5 миллиарды — республика ҡаҙнаһы аҡсаһы.
Яңы килешеү буйынса, проектты бойомға ашырыу өсөн проект финанслауы файҙаланыла. Кредитлау ваҡыты 10 йылға (2029 йылға тиклем) ҡыҫҡартылды. Федоровка — Шакша транспорт сиселеше концессионер аҡсаһына төҙөлә. Һөҙөмтәлә республика бюджеты сығымдары 30 миллиард һумға кәметелде, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн 2023 йылда тамамлау күҙаллана.
Радий Хәбиров вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәновҡа, уларҙың командаларына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Был – Рәсәйҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендә ҙур проект. Тәүге таш һалыу тантанаһын ойошторорға һәм ил етәкселеген саҡырырға кәрәк», — тип тәҡдим итте Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика