07:06 (UTC+5), 22 Ноября 2019

Властар эш биреүселәрҙән хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты суд ҡарарынан тыш түләтергә рөхсәт итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр ҡабул итте, уларға ярашлы, хеҙмәт инспекторҙары эш биреүселәрҙән хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты суд ҡарарынан тыш түләтеү хоҡуғын алды.
Әгәр хеҙмәт инспекторының иҫәпләнгән эш хаҡын түләү тураһында бойороғо ваҡытында үтәлмәһә, ул башҡарыусы документ бирергә хоҡуҡлы. Ул саҡта хеҙмәткәр түгел, ә эш биреүсе судта үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатларға тейеш. Инспекторҙың ҡарарына ялыу яҙыу өсөн 10 көн бирелә.
Ҡарарға ялыу бирелмәгән һәм ул үтәлмәгән осраҡта, хеҙмәт инспекторы уны суд ҡарарын үтәүселәргә тапшыра һәм эш биреүсенең иҫәбенән аҡса мәжбүри рәүештә алына.
Элек хеҙмәт инспекторҙарының эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурысты түләргә тигән бойороҡ ҡына бирергә хоҡуғы булды. Әгәр компания талаптарҙы үтәмәһә, хеҙмәткәргә судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк ине.
Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин «компанияларҙың күпселеге, судҡа һәм дәүләт пошлиналары түләүгә өҫтәмә аҡса түккәнсе, хеҙмәткәрҙәр менән шунда уҡ иҫәпләшеүгә һәм хеҙмәт инспекцияһының бойороғон үтәүгә өҫтөнлөк бирер» тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика