09:42 (UTC+5), 22 Ноября 2019

Республикала ике меңгә яҡын ғаилә торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы ярҙамында фатир һатып алған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһы ярҙамында 1,8 меңгә яҡын ғаилә үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Тағы 200-ләгән кеше үҙ ихтыяжына ҡулланыу өсөн йыйған аҡсаһын алған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына.
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусыларға тәүге льготалы ипотека кредиттарын биреү 2017 йылда башланды.
Ошо социаль әһәмиәтле программаның банк-партнерҙары — Һаҡлыҡ банкы һәм «Уралсиб».
«Программала ҡатнашыусыларҙың алынған аҡсаһына килгәндә, әле 4,2 меңдән ашыу ошондай вклад - Һаҡлыҡ банкына, 3 меңгә яҡыны «Уралсиб»ҡа тура килә», — тип белдерҙе Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
Июлдә «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйылдан башлап программаны бойомға ашырыу өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 235 миллион һум йүнәлтелә.
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы 2014 йылда старт алды. Республиканың торлаҡ баҙарына стимул биреү буйынса ыңғай тәжрибәһе федераль кимәлдә билдәләнде һәм башҡа төбәктәргә индерергә тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика