11:27 (UTC+5), 20 Ноября 2019

Рәсәй банкы: 50 һумлыҡ тимер аҡсаның әйләнешкә сығыуы ихтимал

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Үҙәк банк 50 һумлыҡ тимер аҡса сығарыу кәрәклеген ҡарауы мөмкин, тип хәбәр итә «Газета.ru» Рәсәй банкының ҡулаҡса әйләнеше департаменты директоры урынбаҫары Владимир Демиденкоға һылтанма менән.
Үҙәк банк вәкиле аңлатыуынса, 50 һумлыҡ аҡса сығарыу өсөн вендинг индустрияһы вәкилдәре сығыш яһай (автоматлаштырылған системалар ярҙамында тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатыу: сауҙа автоматтарын - ред. иҫк). Уларға бындай аҡса ҡайтарым биреү өсөн кәрәк.
Шуға ҡарамаҫтан, яңы тәңкә сығарғанда уның 20-30 йыл булһа ла хеҙмәт итәсәгенә ышаныу зарур, тип билдәләне Владимир Демиденко. Был ваҡыт эсендә аҡса һуғыу буйынса инвестицияларҙы ҡапларға мөмкин.
Әле Үҙәк банк ошо мәсьәләне өйрәнә. Әгәр 50 һумлыҡ тимер аҡсаға ихтыяж бар икән, уларҙы сығара башлауҙары ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика