10:39 (UTC+5), 20 Ноября 2019

Башҡортостан делегацияһы Австрияла юл төҙөлөшө технологияларын эҙләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Австрияла республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ASFINAG компанияһы вәкилдәре һәм эшлекле даирәләре менән осрашты. Фирмаға Башҡортостанда пилот майҙансығын ҡарау тәҡдиме индерелде, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Австрияның транспорт министры Андреас Райхарт Башҡортостан эксперттары өсөн тематик семинарҙар ойошторорға әҙер булыуҙарын белдерҙе һәм хәрәкәтте ойоштороу, транспорт ағымдарын контролдә тотоу системаларын өйрәнеү өсөн республика белгестәрен Австрияға саҡырҙы.
Башҡортостан властары Европа иле менән бәйләнештәргә ҙур иғтибар бүлә. Быйыл июнь айында Венала республика вәкиллеге асылды. Дипломатик майҙансыҡ Европаның башҡа илдәре менн бәйләнештәр булдырыуҙа мөһим роль уйнар һәм төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана. Шулай уҡ йәй көнө Өфө – Вена тура авиабәйләнеше асылды.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Транспорт форумы бара, унда Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика