12:48 (UTC+5), 18 Ноября 2019

Республикала 2019 йылда табиптар 371 белгескә артҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда быйыл республиканың медицина ойошмаларында эшләгән табиптар һанын 371 кешегә арттырыуға өлгәшелгән. Башланғыс звенола был һан 234 тәшкил иткән. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең штаты 22 хеҙмәткәргә артҡан.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостандың 99 табибы — 1 миллион, 10 фельдшер 500 мең һум аласағын һөйләне. Түләү 1 декабргә тамамланырға тейеш. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнә.
«Ауыл фельдшеры» программаһына эләкмәгән 150 фельдшерға ла 1 миллион һум бирелгән. Коллегалары менән бергә бер миллион һум алған 8 табип та ошо исемлеккә индерелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған программа буйынса 135 тар йүнәлешле белгескә бер миллион һум түләнгән. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа — 5 мең һум, ә 416 ординаторға 8 мең һум тапшырыла.
Радий Хәбиров 2020 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программаларының дауам ителәсәген һәм бының өсөн бюджетта аҡса ҡаралғанын белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһенең иғтибарын маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыған студенттарҙың мотлаҡ өс йыл эшләргә тейешлегенә йүнәлтте. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм башланғыс звеноға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре яңыраҡ Рәсәй президенты Владимир Путин етәкселегендәге Дәүләт Советы ултырышында ҡаралыуын билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика