10:22 (UTC+5), 18 Ноября 2019

Чиновниктар туризмын бөтөрөргә ваҡыт: республикала «Эшлекле календарь-2020» төҙөлдө

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы 2020 йылға «Эшлекле календарь» өҫтөндә эште тамамлай. Уға 300 сара, шул иҫәптән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән ваҡиғалар календарынан, һәм 89 сәнәғәт күргәҙмәһе индерелгән, тип хәбәр итте республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ведомство башлығы һәм вице-премьер Рөстәм Моратов.
Ундағы ваҡиғаларҙың өстән ике өлөшө сәнәғәт һәм инвестициялар өлкәһенә ҡағыла. Ҡалғандары — спорт һәм туризм (шул иҫәптән конгресс), агросәнәғәт комплексы һәм сауҙа, һаулыҡ һаҡлау, экология, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ваҡиғалар.
Республиканың һигеҙ вәкиллеге икешәр сара уҙғара (тыуған яҡта һәм эшләгән илдә).
Календарь власть органдарының һөҙөмтәле эшләүе өсөн кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. «Әйткәнемсә, үҙебеҙҙең йәлеп итеүсәнлекте күрһәтеү өсөн ике-өс йыл һәр ерҙә лә әүҙем булырбыҙ. Быны грамоталы итеп эшләү мөһим. Чиновниктар туризмын бөтөрөргә ваҡыт. Һәр сәфәр буйынса отчет бирергә кәрәк, бының өсөн формат индерелә. Ә бер йылдан ошо сәфәр буйынса һөҙөмтәләрҙе тикшерербеҙ – улар булмаһа, тимәк, башҡаса был форумдарға йөрөргә кәрәкмәй», — тип хәл итте Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика