09:33 (UTC+5), 18 Ноября 2019

Башҡортостанда 9 айҙа төп капиталға инвестициялар индексы 115% тәшкил итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ағымдағы йылдың 9 айында төп капиталға инвестициялар индексы 115% тәшкил итте, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Беренсе ярты йыллыҡта күрһәткес 113,6% (106 миллиард һум) булды. «Бынан алдағы өс йылда күрһәткес кәмегән тип әйтергә мөмкин. Уҙған йылдарҙа башланған һәм беҙҙең әүҙем эш үҙ емештәрен бирә. 2024 йылға инвестициялар күләмен 500 миллиард һумға еткерергә тейешбеҙ, бының өсөн йыл һайын 10% арттырырға кәрәк», — тине ул.
Сәнәғәт етештереүе 104,4% артҡан — беренсе ярты йыллыҡ кимәлендә. Ауыл хужалығында үҫеш башланды — 100,4%.
Ун айҙа 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән – 2018 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 6,5% күберәк. «Был – бик мөһим күрһәткес. Шундай темпта барһаҡ, бурысты үтәрбеҙ. Өлөшсөләр һаны арта икән, тимәк, төҙөлөш баҙары йәшәй», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтары кәмегән — 1000 кешегә 12,6-нан 12,2-гә тиклем: 1322 кеше юл фажиғәләрендә, янғында, һыуға батып, үҙенә ҡул һалып һәм алкоголдән ағыуланып үлмәгән. «Был – берлектәге эшебеҙ һөҙөмтәһе», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика