10:38 (UTC+5), 15 Ноябрь 2019

Өфөлә ҡышҡа 19 боҙ һырғалағы һәм 84 «ҡумта» әҙерләнгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ихата «ҡумта»ларын ҡышҡа әҙерләү тураһында хәбәр итте.
«Бөгөн «ҡумта»ларҙы ҡышҡа әҙерләү ваҡыты тамамланды. Улар бөтәһе 231, һырғалаҡтарҙы, футбол һәм уйын майҙансыҡтарын да бергә ҡушһаҡ – 499. Өфө миңә ҡалала барлығы 84 «ҡумта»ның һәм 19 боҙ һырғалағының әҙер булыуы тураһында отчет бирҙе, һалҡындар башланғас та боҙ менән ҡаплай башлайбыҙ», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Шулай уҡ ул республикала яңы «ҡумта»лар төҙөү һәм иҫкеләрен тергеҙеү дауам ителеүен белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе һүҙҙәренсә, тиҙҙән Өфөнөң Затон биҫтәһендә, «Тулҡын» скверында, яңы майҙансыҡ асыла.
«Коньки үткерләү ваҡыты, йәш юлаевсылар. Тиҙҙән боҙға! Ә яҙғыһын «Өфө» футбол клубы секцияларында ла көтөп ҡалабыҙ», — тип яҙҙы ул.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда яңы һырғалаҡтар һәм бассейндар төҙөлөшөнә 4,44 миллиард һум талап ителеүе мөмкин тип хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика