06:08 (UTC+5), 15 Ноября 2019

Башҡортостанда «Уңыш» агрофирмаһы 1,5 мең үгеҙгә иҫәпләнгән фидлот асты

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ауырғазы районында һөт малсылығында үҙенең проекттары менән билдәле «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһы ит йүнәлеше буйынса ла шөғөлләнә башланы. Ошо көндәрҙә хужалыҡ Солтанморат һөт-тауар фермаһында һимертеү майҙансығын асты. Бында 1500 үгеҙ бар. Киләсәктә Ишле ауылында 3 мең башҡа тағы бер фидлот төҙөргә йыйыналар. Һимертеү майҙансыҡтарында үгеҙҙәр 600 килограмға тиклем үҫтерелә.
«Үҙҙәрендә етештерелгән мал аҙығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән фидлоттар килемле, сөнки капиталь малсылыҡ биналары кәрәкмәй», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Ведомствола белдереүҙәренсә, республикала ит малсылығын үҫтереү программаһы эшләй. Биш йыл дауамында тере ауырлыҡта мал һәм ҡош етештереүҙе 500 мең тоннаға тиклем еткереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика