07:20 (UTC+5), 14 Ноябрь 2019

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге бассейн яңы йыл каникулдарына файҙаланыуға тапшырыла

проект визуализацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Инорс биҫтәһенең Т.Йәнәби бульварындағы бассейнды яңы йыл каникулдарына файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тип талап итте Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров. 13 ноябрҙә ул эш сәфәре менән Өфөнөң сәнәғәт һәм социаль объекттарында булды. Бассейн «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» проекты сиктәрендә төҙөлә. 2017 йылдың декабрендә башланған эштәр ағымдағы йылдың аҙағына тамамланырға тейеш.
Егерме биш метрлыҡ дүрт юлы булған яңы бассейнда бер үк ваҡытта 50-гә яҡын кеше шөғөлләнә ала. Объектты халыҡты һауыҡтырыу һәм профессиональ йөҙөүселәр әҙерләү өсөн файҙаланыу күҙаллана.
Бассейн өс ҡатлы, инженер ҡорамалдары менән техник этаж да иҫәпкә алына. Беренсе ҡатта – бассейн, вестибюль, гардероб, табип бүлмәһе, административ бүлмәләр, тренерҙар кабинеты, хеҙмәткәрҙәр, кейенеү, душ инеү бүлмәләре, лаборатория, ә икенсеһендә холл, 100 урынлыҡ бассейн трибуналары, фитнес-үҙәк була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика