04:08 (UTC+5), 13 Ноября 2019

Республикала төньяҡ-көнсығышты үҫтереү буйынса форум-сессия уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 декабрҙә «Янғантау» шифаханаһында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса II Төбәк-ара форумы уҙғарыла. Сәнәғәт министрлығы белдереүенә ярашлы, бөгөнгә сараның көн тәртибе пленар ултырышты, республика башлығы ҡарамағындағы Инвестиция советы ултырыштарын, ауыл хужалығын, урман сәнәғәте тармағын һәм туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса өс тематик түңәрәк өҫтәлде үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ ҡул ҡуйыу күҙалланған килешеүҙәр исемлеге төҙөлгән. Улар – төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр тураһында документтар, шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү йәһәтенән предприятиелар менән килешеүҙәр.
Үҫеш корпорацияһы Салауат районы биләмәһендә индустриаль парк булдырыу хаҡында килешеүҙәрҙе ҡул ҡуйыуға әҙерләй.
Форум барышында төньяҡ-көнсығыш райондарҙың етештереүселәре менән «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» күргәҙмәһе ойошторола.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы иҡтисади яҡтан иң ҡатмарлыларҙың береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа республика хөкүмәте уны үҫтереүгә стимул биреү өсөн көс һала. «Республиканың 100 йыллығына – 100 объект» программаһының иң ҙур проекты – хаҡы 4 миллиард һумлыҡ Ҡариҙел йылғаһы аша күпер. Күпер төньяҡ-көнсығышты республика үҙәге, федераль трассалар, тимер юлы һәм йылға порттары менән тоташтырасаҡ юлдың бер өлөшө булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика