11:46 (UTC+5), 13 Ноября 2019

Өфөлә Рәсәйҙең 19 төбәгенән 130 компания үҙ брендын күрһәтә

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 20-23 ноябрҙә Өфөлә «Беҙҙең Бренд» фестивале — тәмле һәм төрлө ризыҡ яратыусылар өсөн ысын байрам ойошторола.
Ҡатнашыусыларҙың һәр стендында нон-стоп режимында етештереүселәрҙең иң тәмле һәм яңы бешкән ризыҡтарынан ауыҙ итергә мөмкин. «Башҡорт балы»на «Ҡырым шарабы», «Тула перәниге», «Краснодар сәйе» һәм башҡа билдәле брендтар ҡунаҡҡа килә. «Беҙҙең Бренд» фестивалендә Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм Башҡортостандың 30-лаған фермер хужалығынан 130-нан ашыу компания ҡатнаша, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Ҡайһы бер төбәктәр коллектив стендтар әҙерләй.
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары бал, ҡымыҙ һәм ҡаҙ итенән тыш, ҡулланыусылар кәрзиненең бөтә ассортиментын тиерлек күрһәтә. Өҫтәүенә аҙыҡ-түлек сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа.
«Аграрийҙарға ҡулланыусының беҙҙең продукцияға мөнәсәбәтен үҙгәртәсәк продукт етештереү бурысын ҡуябыҙ. Башҡортостандыҡы модалы икәнен раҫлау. Сәләмәт булыу, тәмле ашау һәм ошонан ыңғай хис-тойғолар алыу, ниһайәт, юғары сифатлы, экологик продукция ҡулланыу модалы», тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Ғәҙәттәгесә, фестивалдең иң сағыу ваҡиғаларының береһе – Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған «Беҙҙең Бренд» аҙыҡ-түлек һәм төрөү конкурсы. Профессиональ жюриҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә 10 номинация буйынса еңеүселәр дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика