05:29 (UTC+5), 13 Ноябрь 2019

Башҡортостан 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә 300 миллион һум тотона

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың киләһе йылға бюджетында Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү өсөн 300 миллион һум һалынған. Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышының аграр комитеты ултырышында төбәктең донъя форумын ойоштороуҙа федераль үҙәк яғынан да финанс ярҙамына өмөтләнеүен билдәләне.
Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Сара кешелектең традицион мәҙәни мираҫының күп төрлөлөгөн күрһәтеүгә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан ике аҙнаға үҙенсәлекле театрлаштырылған майҙансыҡҡа әүерелә. Унда донъяның 80-дән ашыу иленән өс меңгә яҡын артист республика халҡын һәм ҡунаҡтарын үҙҙәренең йыр-моңо, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, кейем-һалымы һәм сәхнә сәнғәте менән таныштыра. Фестивалдә ситтән күҙәтергә генә түгел, ә төрлө интерактив сараларға әүҙем ҡушылырға – төрлө халыҡтарҙың уйын ҡоралдарында уйнап ҡарарға, милли ризыҡтарынан ауыҙ итергә, традицион сәнғәттәрен өйрәнергә мөмкин.
VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙғарыла. Донъя кимәлендәге мәҙәни форум тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика