18:20 (UTC+5), 13 Ноября 2019

2020 йылда декрет аҡсаһының максималь күләме 322 мең һумға тиклем арта

Валерий Шахов
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 322 һумға тиклем арта. 2019 йылда ул 301 мең һумдан ашыу тәшкил итте, тип яҙа ТАСС Социаль страховкалау фондына һылтанма менән.
«140 көнлөк йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 2020 йылдың 1 ғинуарынан 322 190,40 һум була», — тип һөйләнеләр фондта.
Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь күләме 26 мең һум урынына (2019 йылда) 28 мең һумға тиклем арта.
Пособиены иҫәпләү өсөн уҙған ике йылдың хеҙмәт хаҡы алына, ләкин сикке базанан юғары түгел. 2018 һәм 2019 йылда фондҡа страховка аҡсаһын иҫәпләү өсөн сикке базалар 815 мең һәм 865 мең һум тәшкил итә. Был йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙың максималь күләмен, шулай уҡ баланы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиены арттырырға мөмкинлек бирә.
Бынан тыш, киләһе йылдан бер көнлөк ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеның максималь күләме 2150,68 һумдан 2301,36 һумға тиклем күтәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика