10:28 (UTC+5), 08 Ноября 2019

Республикала нимә нығыраҡ ҡиммәтләнгән һәм арзанайған – статистика

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡулланыусылар кәрзинендә айырыуса йәшелсә ҡиммәтләнгән. Әйтәйек, помидорҙың хаҡы 13,5 процентҡа артып, бер килограмы уртаса 90 һумға еткән, тип хәбәр итә Башстат.
Ошо уҡ ваҡытта башлы һуған 5,1 процентҡа ҡыйбатланған, хәҙер уның бер килограмы уртаса 20 һум тора.
Шартлы өсөнсө урында – карамель, бер килограмының хаҡы уртаса 206 һумға төшә (3,9 процент).
Республикала ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ яртылаш ыҫланған һәм бешкән-ыҫланған колбаса, һыйыр ите, маргарин, сыр, йомортҡа, һөт, печенье, тоҙ, арыш икмәге, арыш һәм бойҙай ононан бешерелгән икмәк, дөгө, ҡарабойҙай, вермишель, макарон, картуф һәм кәбеҫтә бар. Бер аҙнала ошо аҙыҡ-түлектең хаҡы 0,2-нән 2 процентҡа тиклем артҡан.
Ә шәкәр һәм тары ярмаһы, киреһенсә, арзанайған – бер аҙнала 2,8 һәм 2,7 процентҡа. Хәҙер Башҡортостанда шәкәр ҡомоноң бер килограмы — 30, тары ярмаһы 66 һум тора.
Республикала сусҡа ите, һарыҡ ите, тауыҡтар, сосиска, сарделька, бешкән колбаса, ит консервалары, туңдырылған балыҡ, аҡ май, көнбағыш майы, ҡаймаҡ, эремсек, шоколадлы кәнфиттәр, сәй, он, бойҙай икмәге, кишер, ҡыяр, алма 0,01 — 2,5 процентҡа арзанайған, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика