06:32 (UTC+5), 08 Ноября 2019

Башҡортостан һалымсылары граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2018 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты яҡынлашып килгәнлектән, шулай уҡ халыҡҡа милек һалымы һәм физик берәмектәр килеменә һалым тураһында мәғлүмәт биреү акцияһы барышында Башҡортостан Республикаһының һалым органдары граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора.
Һалым түләүселәргә уңайлы булһын өсөн акцияны 2019 йылдың 8 ноябренән 1 декабренә тиклем йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Өфөнөң һәм республиканың сауҙа комплекстарында уҙғарыу күҙаллана.
Сара барышында 2018 йыл өсөн милек һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙын алырға, физик берәмектәргә милек һалымын иҫәпләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса кәңәшләшергә, бюджет алдында бурыстың булыу-булмауын белергә мөмкин.
Бынан тыш, теләгәндәргә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет» интернет-сервисына инеү мөмкинлеге бирелә, уның ярҙамында иҫәпләнгән һәм түләнгән һалым, бурыс тураһында мәғлүмәт алырға, белдереү ҡағыҙҙарын, һалым түләү өсөн квитанцияларҙы баҫтырып сығарырға була. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк.
Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бында.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2018 йыл өсөн милек һалымын түләү ваҡыты 2019 йылдың 2 декабрендә тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика