Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Ноябрь 2019, 09:50

Башҡортостандан 30-сы инвестор Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрын тулыландырҙы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандан иҫәп буйынса 30-сы резидентты Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына индерҙе.
«Ул — «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә пиломатериалдар һәм арболит панелдәр етештерергә ниәтләгән «Юпитер» һөҙөмтәле стандарт булмаған технологиялар ғилми-етештереү үҙәге», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Инвестиция проектының дөйөм хаҡы яҡынса 322 миллион һум тәшкил итә.
Проект уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта производствола 140-тан ашыу яңы эш урыны булдырыла.
6 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы төҙөгән Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары реестрына республиканан 30 инвестор ингән. Шуларҙың 13-ө Күмертауҙа, тағы шунсаһы – Бәләбәйҙә, икәүһе – Нефтекамала, Белоретта ла, Благовещенда ла – берәү.
Читайте нас: