07:16 (UTC+5), 07 Ноябрь 2019

«Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты миҙгел асыу өсөн иң шәп өсәү иҫәбенә инде

abzakovo.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. ТурСтат мәғлүмәттәренә ярашлы, «Абҙаҡ» көҙ аҙағында уҡ тау саңғыһында һәм сноубордта шыуыу миҙгелен асыу өсөн иң шәп өс тау саңғыһы курорттары иҫәбенә инде.
Рәсәйҙең тау саңғысылары һәм сноубордсылары араһында ҡышҡы миҙгелде асыу өсөн популяр биш курорты иҫәбендә — Шерегеш (Кемерово өлкәһенең Таштагольский районында), унда шыуыу миҙгеле 16 ноябрҙә асыла; «Солнечная долина» курорты (Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында, 9 ноябрҙә); «Абҙаҡ» курорты (Башҡортостандың Белорет районында, 2 ноябрҙә асылды); «Гора Белая» (Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында, 23 ноябрҙә) һәм «Архыз» (Ҡарәсәй-Черкес Республикаһы, 1 декабрҙә). Рейтинг туристик популярлыҡты һәм курорттарҙың инфраструктураһын анализлау һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән.
Ноябрь башында Башҡортостанда ҡар ятты. Был аҙнала республикала йылытты. Хәҙер Абҙаҡта +5,+7 градус йылы. Шәмбе, 9 ноябрҙә, йәнә ҡар яуа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика