11:28 (UTC+5), 06 Ноября 2019

11 ноябрҙән Башҡортостанда йортҡа газ үткәргән өсөн компенсацияға документтар ҡабул итеү башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 11 ноябрҙән Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдары һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләре торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификат алыуға хоҡуғы булғандарҙан документтар ҡабул итә башлай.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, август башында Башҡортостан етәксеһе «Граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына йорттарға газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Йортон тәбиғи газға тоташтырғанда дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы граждандарҙың льготалы категориялары: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар; Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары; инвалидтар; инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр; күп балалы ғаиләләр.
«Беҙ ошондай ярҙам формаһын бик ваҡытлы тип иҫәпләйбеҙ, сөнки газға тоташтырыу – ҡиммәтле процедура, айырыуса ветерандар, инвалидтар, ишле ғаиләләр өсөн, — тине республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров граждандарҙың айырым категорияларына шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү һәм түләү тәртибен ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. — 11 ноябрҙә Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдары һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләре ошо сертификатҡа хоҡуғы булған граждандарҙан документтар ҡабул итә башлай».
«Өйгә газ үткәргән өсөн компенсация Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән, үрҙә әйтелгән категорияларға ҡараған Рәсәй граждандарына тапшырыла. Уларҙың шәхси йорто йәки милек хоҡуғында өлөшө булырға тейеш», — тине республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Сертификаттың хаҡы 60 мең һум тәшкил итә.
Ә Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн сертификаттың хаҡы 100 мең һумға тиң.
Торлаҡҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы ғариза биреүселәр ҙә (әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булһа) ошондай 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин.
Республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу программаһы дүрт йыл ғәмәлдә була.
Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 664 миллион һум бүлеү күҙаллана, шуның 64 миллионы – 2019 йылда һәм артабан йыл һайын 200 миллион һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика