11:13 (UTC+5), 05 Ноября 2019

Башҡорт ҡымыҙын Фарсы ҡултығы илдәренә оҙатыу күҙаллана

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡорт ҡымыҙын һәм бейә һөтөн Кувейтҡа һәм Ғәрәп ярымутрауының башҡа илдәренә оҙатыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан.
«Алмаса» компанияһының (Кувейт) директорҙар советы рәйесе Салем Аль-Бьянониҙың Башҡортостанға сәфәре ваҡытында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде.
«Әлегә башҡорт ҡымыҙын оҙатыуҙың аныҡ ваҡыты һәм күләме хаҡында һүҙ бармай. Хәҙер был мәсьәлә ентекле өйрәнелә. Кувейтҡа һәм башҡа Фарсы ҡултығы илдәренә Баймаҡ районынан киптерелгән ҡымыҙҙы оҙатыу күҙ уңында тотола», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
«Алмаса» компанияһы менән хеҙмәттәшлектең киләһе этабы — Башҡортостан шифаханаларына ҡымыҙ менән дауаланыуға туристик сәфәрҙәр ойоштороу.
«Салем Аль-Бьянони проект тормошҡа ашырылыр тип ышана, сөнки башҡорт балын Кувейтҡа һәм башҡа Ғәрәп ярымутрауы илдәренә оҙатыуҙың уңышлы тәжрибәһе бар. Бына бер йылға яҡын инде ошо илдәр республикабыҙ балы менән тәьмин ителә. Эшҡыуар киләсәктә оҙатылған бал продукцияһы исемлеген гипоаллергенлы бал менән тулыландырырға ниәтләй», — тип өҫтәне Илгизәр Санъяров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика