Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ноябрь 2019, 17:03

2022 йылға республикала уртаса эш хаҡы 43 500 һумға етергә тейеш

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2022 йылға Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесенә өлгәшеү билдәләнгән.
«Хеҙмәткә түләү дәүмәле динамикаһы инфляция темптарынан алдараҡ фаразлана», — тип билдәләне Башҡортостандың вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов шишәмбе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы менән таныштырғанда.
Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылға реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килем 102,3,% арта.
Фаразланған осорҙа эшһеҙлек кимәле түбәнәйеп, 2022 йылға 4,7% тәшкил итергә тейеш.
Читайте нас: