05:30 (UTC+5), 05 Ноября 2019

2020 йылдан рәсәйҙәргә фитнес-хеҙмәттәрҙе һалым ҡайтармаһы иҫәбенә ҡапларға теләйҙәр

ТАСС/Сергей Бобылев
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Фитнес-хеҙмәттәргә һалым ҡайтармаһы 2020 йылдың йәйендә үк барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип хәбәр итә «Известия», Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Владимир Гутенёвҡа һылтанма менән.
Финанс министрлығы әҙерләгән закон проекты Рәсәй хөкүмәтенә тапшырылды. Декабрҙә уны Дәүләт Думаһына ҡарауға индереү күҙ уңында тотола.
Документҡа ярашлы, ҡайтарма алыу мөмкин булған максималь сумма — 120 мең һум. Йәғни һалым түләүселәрҙең 15,6 мең һумға тиклем НДФЛ-ды (13%) кире алыу, шул рәүешле фитнес-абонементҡа тотонған аҡсаһының бер өлөшөн ҡайтарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Яңы ҡайтарма ҡағылырға тейешле хеҙмәттәрҙең аныҡ төрҙәрен һәм ойошмалар исемлеген һуңыраҡ билдәләйҙәр.
Ҡайтарманың спорт сараларына барыуға (мәҫәлән, футбол уйындарына), шулай уҡ спорт ҡорамалдары һатып алыуға ҡағылмаясағы билдәле.
Эксперттар фекеренсә, фитнес-хеҙмәттәргә һалым ҡайтармаһы халыҡҡа ла, дәүләткә лә отошло. Ул кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнергә һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға дәртләндерергә мөмкинлек бирә. Ләкин льгота барлыҡҡа килгәндән һуң спорт ойошмалары хеҙмәттәргә хаҡты арттырыр тигән хәүеф бар.
Парламентарий фекеренсә, Дәүләт Думаһы Финанс министрлығының башланғысын хуплар. Тимәк, документ йыл аҙағына тиклем тәүге уҡыуҙы үтергә мөмкин. Йәғни 2020 йылдың йәйенә закон проектын ҡабул итеүҙәре ихтимал, тип белдерҙе Владимир Гутенёв.
Әммә, депутат иҫәпләүенсә, эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәргә фитнес-хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы ҡапларға тәҡдим итеү, ә бюджет аҡсаһын мохтаждарға социаль ярҙамға йүнәлтеү дөрөҫөрәк булыр ине.
Әлеге ваҡытта рәсәйҙәр түләүле медицина хеҙмәттәре, дарыуҙар, уҡыу һәм страховкалау өсөн сығымдарҙан 13% күләмендә социаль һалым ҡайтармаһын алырға хоҡуҡлы.
Йылына 120 мең һумға тиклем сығымдар буйынса НДФЛ-ды ҡайтарырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика