09:02 (UTC+5), 01 Ноябрь 2019

«Башавтотранс» 47 яңы ҙур автобус алды

Дмитрий Мөхәмәтҡолов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн «Башавтотранс» автопаркы «Нефаз» һәм «Лиаз» маркалы 47 яңы автобус менән тулыланды. Шуларҙың 44-е Өфө ҡалаһы маршруттарында, тағы өсәүһе Нефтекамала эшләй. Башҡортостан етәксеһе пассажирҙарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөтөү өсөн республика киләсәктә лә «Башавтотранс»ҡа яңы автобустар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтәсәген билдәләне. Радий Хәбиров еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн автобус водителдәренә рәхмәт белдерҙе һәм уларға аварияһыҙ йөрөүҙәрен теләне.
«Башавтотранс»тың генераль директоры Надир Самиев һүҙҙәренсә, автобустар баш ҡаланың йәнле һәм популяр маршруттарына сыға. Радий Хәбировҡа автобустарҙың салонын ғына түгел, ә яңы мәғлүмәттәр таблоларын да күрһәттеләр. Улар буйынса теге йәки был маршруттың килеү ваҡытын күҙәтергә, шулай уҡ башҡа файҙалы мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов быйыл Өфөлә 106 яңы туҡталыш ҡуйыла тип белдерҙе. «Аҡыллы туҡталыштар»ҙа йәмәғәт транспортының килеү ваҡыты яҙылған электрон табло, бушлай Wi-Fi зонаһы, USB-порттар, «хәүефле төймә» бар.
Дөйөм алғанда, республиканың төп ташыусыһы автопаркы 2020 йылдың 1 апреленә тиклем 589 яңы автобус менән тулылана.
Быйыл «Башавтотранс»ҡа бөтәһе 527 автобус тапшырыла. 2020 йылдың беренсе кварталында тағы 62 автобус — 17 урта класлы һәм 45 ҙур автобус бүленә.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика