10:30 (UTC+5), 01 Ноябрь 2019

Башҡортостан пенсионерҙарына һәм инвалидтарына туристик юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплайҙар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 13 ноябрҙән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башлана.
Башҡортостанда эске һәм ситтән килгәндәрҙе ҡабул итеү туризмын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу ярҙамында юлламаны өлөшләтә субсидиялау өсөн шарттар булдырылды.
Сертификаттар Республика Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә бирелә.
«Эксперт советы Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы маршруттары буйлап пенсионерҙар, инвалидтар өсөн 131 социаль тур һайлап алды, — тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. — Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 1530-ға яҡын кешене 12,8 миллион һумлыҡ туристик юлламалар менән тәьмин итеү күҙаллана».
Ошо программаны бойомға ашырыу тураһында мәғлүмәт менән тулыраҡ министрлыҡ сайтында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика