10:23 (UTC+5), 31 Октябрь 2019

Республикала йәнә помидор, ҡыяр, йомортҡа ҡиммәтләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 21 октябрҙән 28-енә тиклем ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде. Был хаҡта һайланма аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса Башстат аналитиктары белдерҙе.
Помидор һиҙелерлек ҡиммәтләнде. Уның хаҡы 9,8 % артты һәм әлеге мәлдә бер килограмы уртаса 79,01 һум тора. Тауыҡ йомортҡалары 3,4% ҡыйбатланды. Уртаса хаҡы – 52, 61 һум. Бөртөклө ҡара сәйгә (+1,8%), яңы өлгөргән ҡыярға (+1,4%, бер килограмы – 70,32 һум), ҡарабойҙай ярмаһына (+1, 2%, бер килограмы — 45,81 һум) хаҡ артты, тип хәбәр итте Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (Башстат).
Ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайҙы. Башлы һуғандың хаҡы 6,5% түбәнәйҙе һәм хәҙер уның бер килограмы 19,23 һум тора. Шулай уҡ тары ярмаһына (3%, бер килограмы — 67,55 һум), пастеризацияланған һөткә (1,3%, бер литры — 46,85 һум), алмаға (2,7 %, бер килограмы — 69,56 һум) хаҡ төштө.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика