12:58 (UTC+5), 31 Октября 2019

Микрофинанс ойошмалары торлаҡты залогка алып займ биреү хоҡуғынан мәхрүм ителә – Башҡортостан буйынса Милли банк

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 ноябрҙән микрофинанс ойошмалары торлаҡты залогка алып займ биреү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Уларға фатирҙарҙы һәм йорттарҙы, кеше йәшәгән күсемһеҙ милектең өлөшөн, шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөш килешеүе буйынса буласаҡ торлаҡҡа хоҡуҡты залог итеп алырға ярамай. Сикләү бәләкәй һәм урта бизнес өсөн кредит биргән дәүләт ҡатнашлығындағы микрофинанс ойошмаларына ҡағылмай, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәтендә.
Шуның менән бергә теләһә ниндәй микрофинанс ойошмалары кеше йәшәмәй торған күсемһеҙ милекте залог итеп алып займ биреү хоҡуғын һаҡлап ҡала.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай үҙгәрештәр заемсыларҙы уларҙың торлағы менән мутлашыу осраҡтарынан һаҡлай. Элек закон юридик берәмектәргә ипотека займын биреүҙе тыймай ине. Намыҫһыҙ ойошмалар был займды заемсының фатирын үҙҙәренә тартып алыу ысулы итеп файҙаланды. Йыш ҡына улар микрофинанс ойошмаһы исеме аҫтында эш итте.
Кредит ҡулланыусылар кооперативтары дәүләт реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың сентябрь аҙағына Башҡортостанда бөтәһе 48 микрофинанс ойошмаһы теркәлгән. Был һан республикала эшләгән, ләкин илдең башҡа төбәктәрендә теркәлгән микрофинанс ойошмаларын иҫәпкә алмай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика