06:34 (UTC+5), 31 Октября 2019

2020 йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары 3,6% арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2020 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең уртаса күләме яҡынса 3,6% арта, тиелә Рәсәй хөкүмәте бойороғонда.
Тарифтарҙың 3,6-4,9% артыуы илдең күпселек төбәктәре өсөн хас, тип билдәләнә документта.
Киләһе йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары бөтәһенән дә нығыраҡ Чечен Республикаһында (6,5%), Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында (5,4%) һәм Дағстан Республикаһында (5,2%) ҡиммәтләнә.
Һәм, киреһенсә, Ненец автономиялы округында йәшәүселәр өсөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 2,4% ғына арттырыла.
Уның ҡарауы, Мәскәүҙә киләһе йылдың икенсе яртыһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү уртаса 5% арта. Мәскәү өлкәһендә — 4,1%, Санкт-Петербургта — 3,8%.
Инфляцияның күтәрелеүе сәбәпле 2020 йылдың беренсе ярты йыллығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары арттырылмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика