05:35 (UTC+5), 30 Октябрь 2019

Өфөлә һөнәрселәр өсөн «Орнаментум» журналы сыға башлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә оҫталар һәм һөнәрселәр проблематикаһына, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған «Орнаментум» журналы сыға башлай. Был хаҡта кисә, 29 октябрҙә, «Орнамент» халыҡ художество кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән таныштырыу сараһында иғлан ителде. Һөнәрҙәр – мәҙәни мираҫтың мөһим милли өлөшө. Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының бурысы – һөнәрселәрҙең ғаилә династиялары традицияларын тергеҙеү, йәштәрҙе халыҡтың башланғыстарына йәлеп итеү һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.
«Орнамент» маркетинг, брендты яҡлау буйынса вебинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үткәрергә; оҫталарға һәм һөнәрселәргә күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнашыу буйынса ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә, үҙеңде профессиональ яҡтан үҫтереүҙә ярҙам күрһәтергә ниәтләй.
«Орнаментум» журналын сығарыу идеяһы күптән өлгөрөп еткән. Беҙ баҫманы мәғлүмәт таратыуҙан тыш, ә һәр уҡыусы өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп төҙөнөк. Һөнәрсенең ғәҙәти көндәрен һәм байрамдарын, халыҡ башланғыстарына һәм традицияларына ихтирамлы мөнәсәбәтте, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү – яңы баҫманың мөһим бурыстарының береһе», — тип билдәләне журналды ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика