12:37 (UTC+5), 29 Октябрь 2019

Республикала «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге булдырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, культура һәм мәҙәниәт үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Республика исеменән автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыусылар – Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм «Торатау конгресс-холы».
Документҡа ярашлы, үҙәккә ойошманың уставын әҙерләп, раҫлауға тапшырыу һәм уны Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында теркәүҙе тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрь башында Испанияның Севилья ҡалаһында ЮНЕСКО-ның 15-се конференцияһында тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостандың «Торатау» геопаркы менән таныштырыу сараһы уҙҙы.
Артабан эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү һәм туристар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн «Торатау» геопаркының инфраструктураһын үҫтереү бурысы тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика