11:00 (UTC+5), 29 Октября 2019

«Беренсе бала өсөн 300 мең» программаһында ҡатнашыусыларҙың аҡсаны ҡасан аласағы билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Башҡортостанда «Беренсе бала өсөн 300 мең һум ал» программаһы тамамлана. Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған, 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүге сабыйы тыуған ғаиләләрҙең 300 мең һумлыҡ «сертификат» (дөрөҫөндә ул «таныҡлыҡ» тип атала) алырға хоҡуғы бар ине. Уның менән ипотека түләргә, фатир һатып алырға йәки өй һалырға мөмкин. Ҡатнашырға теләгәндәр күп булғас, таныҡлыҡтар тапшырыуҙы бер нисә этапҡа бүлергә тура килде.
Беренсе этап — 2018 йылдың 3 сентябренә тиклем сиратҡа баҫҡан ғаиләләр. Уларға 200 миллион һум кәрәк. Ошо ғаиләләр өсөн документтар яңыртыла, 2019 йылдың ноябрендә барыһы ла әҙер була. Ата-әсәләргә мохтажлыҡ тураһында белешмәне һәм башҡа документтарҙы яңыртырға кәрәк. Бының өсөн хакимиәтегеҙҙең иҫәп һәм торлаҡ бүлеү бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда бөтә һорауҙарығыҙға ла яуап бирерҙәр.
Икенсе этап — 2018 йылдың 3 сентябренән һуң иҫәпкә торған 1880 ғаилә. Бының өсөн 564 миллион һум талап ителә. Был аҡса республиканың киләһе йылға бюджетында ҡаралған. Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе йылға бюджетты раҫлағас ҡына сертификаттар һорап мөрәжәғәт итергә ярай. Ошо этап сиктәрендә сертификаттарҙы 2020 йылдың башында уҡ алырға мөмкин булыр тип күҙ уңында тотола. Шулай итеп, ваҡытында ғариза биргән бөтә ғаиләләргә лә таныҡлыҡтар тапшырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «сертификат»ты алған көндән башлап туғыҙ ай эсендә тотонорға мөмкин. Йорт йәки фатир Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика