10:42 (UTC+5), 28 Октября 2019

Республикала алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү өсөн 175 миллион һум бүленде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарҙың план осорона бюджет тураһында республика законына үҙгәрештәр индерҙе, уларға ярашлы быйыл Граждандарҙың – өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды мөлкәт взносы итеп 175 миллион һум алырға тейеш.
«Фонд федераль кимәлдә булдырыла, – тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Уны 88 процентҡа – федераль аҡсаға һәм 12 процентҡа төбәктәр иҫәбенә формалаштырыу күҙ уңында тотола. Шулай итеп, артабан республика биләмәһендә урынлашҡан торлаҡ төҙөлөшөн тамамлау өсөн Фондтан быйыл уға индергән 175 миллионға ҡарағанда күберәк сумма алырға ниәтләйбеҙ».
Фондтан аҡса федераль стандарттарға тап килгән проблемалы объекттарҙы төҙөүҙе тамамлауға бүленә. Фондтың эшмәкәрлеге һәм аҡсаны бүлеү тәртибе ентеклерәк федераль акттарҙа билдәләнә.
Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ағымдағы йылға бюджеттың төп параметрҙары үҙгәрмәгән. Прогноз яһалған килемдәр һәм сығымдар элекке – 196 һәм 212 миллиард һум кимәлендә ҡалған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика